Йәмән
балалары- илдәге гуманитар көрсөктөң
төп ҡорбандары, улар кисергән ыҙаның
төп сәбәбе- аслыҡ. ЮНИСЕФ вәкилдәре
шундай доклад менән сығыш яһаны. БМО-ның
Аҙыҡ-түлек һәм Ауыл хужалығы ойошмаһы
фекеренсә, 14 миллионлы ил халҡының
яртыһына аслыҡ янай. Халыҡ ябай ғына
медицина ярҙамына ла мохтаж:
-Яғыулыҡ
етешмәүе, конфликттың дауам итеүе,
дауаханаларға авиаһөжүмдәр, конфликтта
ҡатнашыусы яҡтарҙың һөжүмдәре,
хеҙмәткәрҙәрҙең ҡасырға мәжбүр булыуы
арҡаһында, аслыҡ эҙемтәләре менән
көрәшкән 192 медицина үҙәге эшен
туҡтатты,-ти ЮНИСЕФ вәкиле Мөхәммәт
ас-Саади.
Күсенергә
мәжбүр булған 2 миллион кешенең ҡап
яртыһы- балалар. Йылға яҡын барған
конфликтта бәлиғ булмаған 750 бала һәләк
булған. Граждандар һуғышы һәм авиаһөжүмдәр
ҡорбандарының дөйөм һаны 3 000 самаһы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий