пятница, 12 февраля 2016 г.

Сүриә: Алеппо өсөн алыштар, курдтар төньяҡҡа табан хәрәкәт итә.


Рәсәй оборона министрлығы Сүриәләге һауа операцияһының һуңғы мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. Улар Рәсәй самолеттары авиатөркөмөнөң Алеппо, Латакия һәм Хама провинцияларындағы боевиктарҙың 2 мең объектын юҡ итеүен раҫлай. АҠШ, уның союздаштары, шулай уҡ Сүриә оппозицияһы, Рәсәйҙең бомбаға тотоуы тәүге нәүбәттә тыныс халыҡҡа, айырым алғанда Алеппо районында йәшәүселәргә ҡурҡыныс тыуҙыра, тип бара. Мәскәү быны кире ҡаҡты. Ҡыҙыл Тәре хәбәр итеүенсә, һыу үткәргес зарарланыу арҡаһында, ҡаланы һыу менән тәьмин итеү хәүеф аҫтында.

Дамаск хөкүмәт ғәскәрҙәре Рәсәй авиацияһы ярҙамында Алеппоны ҡулсаға алды тиергә мөмкин. Уны ҡулға төшөрөү һуғыштағы һынылыш булыр ине.

Ҡаланы ИДИЛ боевиктары һәм президент Бәшәр Асадҡа ҡаршы булған “уртасыл” баш күтәреүселәр тотоп тора. АҠШ, Рәсәй самолеттары боевиктарҙы ғына түгел, “уртасыл оппозицияны” ла утҡа тота тип ғәйепләй. Мәскәү шуны хәтергә төшөрә: ул Сүриәлә бомбаға тотолорға тейешле сәптәрҙе бергәләп билдәләргә тәҡдим иткәйне. Вашингтон был тәҡдимдән баш тартты. Рәсәй сит ил эштәре министрлығы бомбаға тотолорға тейешле исемлек хаҡында Мюнхенда йәнә һөйләшеү тәҡдим итәсәген белдерҙе.

Алеппонан төньяҡтағы курдтарҙың “Халыҡ үҙоборона отрядтары” Рәсәй авиацияһы ярҙамында Төркиә сигендәге “Менах” авиабазаһының күп өлөшөн үҙ контроле аҫтына алды. Курдтар Сүриәнең төньяғындағы алыштарҙа төп ролде уйнай, һәм Рәсәй Сүриә көрсөгөн хәл итеү буйынса һөйләшеүҙәргә уларҙы ла ҡатнаштырырға тәҡдим итә. Төркиә курдтарҙың ҡатнашыуына ҡаршы, сөнки ул үҙ территорияһында курд сепаратизмы көсәйеүенән ҡурҡа.


Комментариев нет:

Отправить комментарий