пятница, 12 февраля 2016 г.

Германияла Освенцимдың элекке һаҡсыһы өҫтөнән суд башланды.


Германияла Детмольд округы судында Освенцимдың элекке һаҡсыһы, 94 йәшлек Райнхольд Ханнинг өҫтөнән хөкөм эше башланды. Уны 170 мең самаһы тотҡондо үлтереүгә булышлыҡ итеүе ихтимал, тип баралар. Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, Ханнингҡа, СС формированиелары ингәндә һәм 1942 йылдан бирле концлагер һағында эшләй башлағанда, 20 йәш булған. Суд залында нацистарҙың енәйәт шаһиттары һәм ҡорбандарҙың туғандары ла бар.

Күптәр, нацист енәйәтселәре өҫтөнән был суд һуңғыһы, тип уйлай  ғәйепләнеүселәр һәм шаһиттар инде бик оло йәштә. Суд Ханнингтың иҫе-аҡылы теүәл тип тапты һәм уның йәше ололоғона ҡарап торманы.

Крематорийҙарҙан, крематорий мейестәренән ялҡын урғылып торҙо. Янған әҙәмдәрҙең еҫен һөйләп аңлатырлыҡ түгел ине, тап кешеләрҙе яндырыуҙарын күҙ алдына ла килтереүе ауыр ине,”-ти Освенцимдың элекке тотҡоно Леон Шварцбаум.

Овенцимдың СС һаҡсыларынан берәй шәфҡәт күрҙегеҙме?-тип һорайҙар йыш ҡына. Быны барығыҙҙың да белеүен теләйем: ул бөтөнләй булманы. Туҡмауҙары, төрткөләүҙәре, кәпәсегеҙҙе алып бәреүҙәре, ә һеҙ кәпәс артынан киткәс, атып үлтереүҙәре мөмкин ине,”-ти икенсе шаһит Джастин Зондер.

Аушвиц-Биркенау” үлем лагеры комплексында, башлыса газ камераларында, миллион 100 мең йәһүд, тиҫтәләрсә мең сиған, 150 мең совет хәрби хеҙмәткәре, шулай уҡ төрлө милләттәрҙең енси әҙселекте тәшкил иткән вәкилдәре, сәйәси тотҡондар һәм сектанттар юҡ ителгән. Тарихта халыҡты иң күпләп ҡырыу урыны- концлагерҙар. Освенцим 1945 йылдың 27 ғинуарында Совет ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә.








Комментариев нет:

Отправить комментарий