суббота, 13 февраля 2016 г.

Мысыр: врачтар полицейскийҙарҙың башбаштаҡлығына асыулы.


Ҡаһирәлә полицейскийҙарҙың көс ҡулланыуҙарына ҡаршы врачтарҙың күп меңлек ҡаршылыҡ акцияһы үтте. Демонстрацияның башланыуына тәртип һағында тороусыларҙың баш ҡала хәстәханаларының береһендәге ике докторҙы туҡмауы сәбәпсе булған. Әгәр полиция ошо йылдың ғинуар айындағы был ваҡиға өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмаһа, Мысыр врачтары профсоюзы властарға эш ташлау менән янай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий