Рәсәй
премьер-министры Дмитрий Медведев
Сүриәлә ҡоро ер хәрби операцияһы башлау
зарурлығы хаҡындағы ҡайһы бер
сәйәсмәндәрҙең белдереүҙәренә— улар
араһында АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон
Керри ҙа бар—кире ҡарашта. Был турала
ул беҙҙең телеканалға биргән эксклюзив
интервьюла әйтеп үтте.
Изабель
Кумар, euronews:
-Конфликттың
көсәйеүенә ҡаршы Рәсәй ниндәй хәрби
акциялар ҡулланырға йыйына?
Дмитрий
Медведев:
-Әгәр
ул( АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон Керри)
оҙайлы һуғыш теләй икән, ҡоро ер
операцияһын да һәм башҡаһын да ойошторорға
мөмкин, тик берәүҙе лә ҡурҡытырға
кәрәкмәй—эштәр беҙҙең сценарий буйынса
бармаһа, ғәрәп илдәре менән бергә ҡоро
ер операцияһы үткәрәбеҙ тиергә лә кәрәкмәй,
министр Лавров менән һөйләшеүҙәр алып
барылғанса, һәүетемсә эште хәл итергә
кәрәк. Был һорауға мин күптән түгел
яуап биргәйнем инде: берәү ҙә һуғыш
көҫәп тормай. Ә ҡоро ер операцияһы—оҙайлы
һуғыш тигән һүҙ, шул хаҡта оноторға
ярмай.
euronews:
-Билдәле,
төп мәсьәләләрҙең береһе— Сүриә
президенты Бәшәр Асадтың киләсәге. Был
һынылышлы мәлдә Рәсәй уны яҡлаясаҡмы?
Дмитрий
Медведев:
-Рәсәй
шәхсән
президент Асадты яҡламай. Рәсәй Сүриә
дәүләте менән дуҫтарса мөнәсәбәтте
яҡлай, ә ул президент Бәшәр Асад ваҡытында
ғына барлыҡҡа килмәне. Оҡшаймы-оҡшамаймы—
ул идара итеүсе президент. Әгәр шул
конструкциянан уны тартып алһаң, хаос
башланасаҡ, Яҡын Көнсығышта бүлгеләнгән
илдәрҙе беҙ күрә килдек, Ливия шуның
асыҡ миҫалы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий