Ҡытай
рәссамы Ай Вэйвэйҙың Берлиндағы
инсталляцияһына мигранттар диңгеҙ юлы
менән Европаға килгән өрөп тултырмалы
кәмә яңы штрих өҫтәне. Уға “имен сәфәр”
тип яҙылған. Кәмәне Германия баш ҡалаһының
данлыҡлы Концерт залы колонналары
араһына урынлаштырҙылар. Колонналарға
иһә Вэйвэй ҡотҡарыу жилеттарын беркетте,
уларҙы тиҙерәк Греция ярына аяҡ баҫырға
ашҡынып килгән ҡасаҡтар ҡалдырып киткән.
58
йәшлек художник һәм сәйәси активистың
маҡсаты- көн һайын меңәрләп ғүмерҙәрен
ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған ҡасаҡтар
фажиғәһенә иғтибарҙы йүнәлтеү. 2016 йыл
башынан алып ҡына Урта диңгеҙҙе йөҙөп
сығырға маташҡан 400 кеше батып үлгән, ә
2015 йылда улар 3700 ине.
Мигранттар
көрсөгө хаҡында иҫкә төшөрөп торған
инсталляция 21 февралгә ҡәҙәр дауам
итәсәк һәм көн һайын бөтә донъя
журналистары тарафынан яҡтыртылған
Берлин кинофестиваленә төбәп әҙерләнгән.
Ғинуар
аҙағында Ай Вэйвэй Дания властарының
иммиграция сәйәсәтен ҡатыландырыуына
ҡаршы Копенгагендағы күргәҙмәһен япты:
ил парламенты мигранттар ағымын
ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән саралар пакетын
раҫлағайны. Сығымдарҙы
ҡаплатыу өсөн ҡасаҡтарҙың мөлкәтен
конфискацияларға рөхсәт итеүҙәре
рәссамдың бигерәк тә асыуын ҡабартты.
Галерея
хужаһы ла Вэйвэй ҡарарын хупланы һәм
Дания властары инициативаһын
“кешелекһеҙлек” тип атаны.
Берлин
инсталляцияһы- “миграция көрсөгөнә
ЕС-тың сәйәсәте менән бәйле рәссамдың
үҙенсәлекле комментарийы.” Ошо темаға
Ай Вэйвэйҙың тәүге хеҙмәте түгел был-
бынан алда ул батып үлгән ҡасаҡ малай
образында фотоға төшкәйне. India Today
фотографы эшләгән фотола Вэйвэй Лесбос
яр буйында ятҡан Сүриә малайы Айлан
Курди позаһын ҡабатлай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий