среда, 17 февраля 2016 г.

Франциск Мексикала: элитанан алыҫыраҡ, халыҡҡа яҡыныраҡ.


Донъяла католиктарҙың күплеге буйынса икенсе урында торған Мексика буйлап сәфәре ваҡытында Рим папаһы Франциск, демократияға яҡынлығын һүҙҙәре һәм ым-ишаралары менән күрһәтеп, элитанан алыҫыраҡ, халыҡҡа яҡыныраҡ булырға тырышты.

Уның новаторҙарса мөрәжәғәте Чьяпаста– католик дине бик ныҡ тамыр йәймәгән (католиктар бында 58%, ә бөтә илдәге дөйөм күрһәткес- 83%) Мексиканың иң ярлы штатында яңғыраны:

Беҙҙең ҡыйырһытылған еребеҙҙә иң иҙелгән, йәберләнгән халыҡ йәшәй. Тарихтағы иң етди экология көрсөгө осоронда беҙ быға күҙ йомоп ҡала алмайбыҙ. Был мәсьәлә һеҙ беҙҙе күп нәмәгә өйрәтә алаһығыҙ.”

Майя мәҙәниәтенә һәм 11 миллион индеецҡа хөрмәт йөҙөнән понтифик аҫаба цельталь һәм цоциль халыҡтары теленә тәржемә ителгән Тәүратты бүләк итеп алды:

Һеҙҙең халыҡ ғәҙелһеҙ рәүештә йәмғиәттән сығарып ташланды. Күптәр тигеҙлек хаҡында оноторға, рухи ҡиммәттәренән, мәҙәниәтенән һәм ғөрөф-ғәҙәттәренән баш тартырға мәжбүр булды.”

Рим-католик сиркәүе башлығы Сан-Кристобаль-де-лас-Касас ҡалаһында иҫән сағында “индеецтар епискобы” исемен алған прелат Самуэль Руис ҡәберендә булды.

Франциск һуңғы тиҫтә йыл эсендә 100 меңдән ашыу кеше ғүмерен өҙгән һәм 26 меңе хәбәрһеҙ юғалған наркокартелдәр һуғышы өсөн яуаплы булыуҙарын Мексика властары вәкилдәренә асыҡтан-асыҡ белдерҙе.

Беҙ һәр ваҡыт, барса халыҡтың мәнфәғәтен ситкә ҡуйып, әҙҙәргә айырым хоҡуҡтар бирәбеҙ, иртәме-һуңмы йәмғиәтебеҙ тормошо ришүәтселек, наркотиктар менән һатыу итеү, башҡа мәҙәниәт вәкилдәрен унан сығарып ташлау өсөн уңдырышлы тупраҡҡа әйәләнә.”

Папа Мексика епископтарын да аяп торманы- аскетизм тураһында онотоп, үҙҙәрен кенәздәр һымаҡ тотҡансы, халыҡҡа яҡыныраҡ булырға саҡырҙы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий