Сүриәлә
ҡамалған 5 ҡалаға гуманитар ярҙам килде.
Бынан алда Бәшәр Асад хөкүмәте илдең 7
өлкәһенә аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар
килтереүгә ризалыҡ биргәйне.
Сүриәнең
Ҡыҙыл Ярым ай йәмғиәте БМО-ның ярҙам
таратыу эшен координациялай. Транспорт
конвойы, аҙыҡ-түлек, эсәр һыу, медицина
материалдары һәм ҡорамалдарҙы, шулай
уҡ вакциналарҙы ла индереп, ғүмерҙәрҙе
һаҡлап ҡалыр өсөн кәрәкле булған йөктәр
алып килде.
Ярҙам
килеүе хаҡында Сүриәләге БМО-ның
гуманитар координаторы Яҡуп әл-Хилло
хәбәр итте. Уның һүҙҙәре буйынса, Сүриәнең
көнбайышындағы Мадая һәм Букейн
ҡалаларында -42 мең, Идлиб провинцияһындағы
“Джәйш
әл-Фатх” ҡораллы фракциялар коалицияһы
ҡамауындағы шиғыйҙарҙың
Кефрая
һәм әл-Фуа
ауылдарында- 20 мең, Дамаск янындағы
Муадамиә
ҡасабаһында 30 мең кеше
ярҙам алған.
Шаршамбы
Рәсәй сит ил эштәре министрлығы
белдереүенсә, ҡамауҙағы Дейр-әз-Зор
ҡалаһына БМО менән бергәләп гуманитар
ярҙам парашют десанты әҙерләнә. Йөктө
Рәсәй авиакомпанияһы алып барасаҡ.
Сүриәлә һуғыш ҡорбандары 250 меңдән ашып киткән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий