пятница, 19 февраля 2016 г.

Анкара ғәйепләй- курдтар терактҡа ҡыҫылыштары булмауы хаҡында һөйләй.


Кесе йома Төркиәнең төньяҡ-көнсығышындағы Бурса провинцияһында көн элгәре Анкаралағы ҡанлы теракт ҡорбандарының береһе булған хәрбиҙе ерләнеләр. Төркиә баш ҡалаһындағы шартлау ваҡытында 28 кеше һәләк булған, 60-тан ашыуы тән йәрәхәттәре алған.

Ил хөкүмәте, һөжүм артында Сүриә курдтары- Курд эшселәр фирҡәһе менән бәйле “Демократик союз” фирҡәһенең һуғышсан ҡанаты булған “Халыҡ үҙоборона көстәре” тора, тип уйлай. Төркиәлә бөтә был ойошмаларҙы "террористик" тип атайҙар.

Халыҡ үҙоборона көстәре” һәм Сүриә курдтары төркөмдәренең уңышлы алға барыуы Төркиәне ҡайғыға һала,-ти “Демократик союз” вәкиле Гариб Хассу.-Сик буйына яҡын килеп, беҙҙең позицияларҙы тар-мар итер өсөн, улар провокациялар ойоштора. Баҫып инергә сәбәп табыр өсөн, беҙҙең үҙ территориябыҙҙан (Ирак) ут асыуыбыҙҙы теләй”.

Демократик союз” ғына түгел, башҡа бөтә курд фирҡәләре һәм төркөмдәре терактҡа ҡыҫылыштары юҡлығы тураһында белдерҙе. Вашингтон Анкараны, махсус хеҙмәттәрҙән аныҡ мәғлүмәттәр алынмай тороп, ғәйепләүҙәрҙән тыйылып торорға саҡыра. Әммә Төркиә президенты Тайип Эрдоган икеләнмәй. Ул бөтә союздаштарын курд төркөмдәрен террористар исемлегенә индерергә саҡыра. Кесаҙна дәүләт башлығы Анкара хәстәханаһындағы яралыларҙы барып күрҙе.

Курд фирҡәләре етәкселеге теракт ойоштороусылар менән бәйле булмауҙарын белдерһә лә беҙҙең эске эштәр министрлығы һәм махсус хеҙмәттәрҙән алынған мәғлүмәттәр быны башҡарыусыларға- уларға күрһәтә,”-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Эрдоган. Ул партнерҙарын курд хәрәкәттәре менән хеҙмәттәшлектән баш тартырға саҡырҙы.

Кесе йома төрөк авиацияһы төньяҡ Ираҡтағы курд позицияларына яңы һөжүм яһаны, ә артиллерия Аазаз ҡалаһы районындағы Сүриә курдтары позицияларын утҡа тотто.


Комментариев нет:

Отправить комментарий