суббота, 20 февраля 2016 г.

Ҡораллы оппозиция Сүриә төньяҡ-көнсығышындағы ИДИЛ терәген баҫып алған.


Сүриә төньяҡ-көнсығышындағы әл-Хасаҡа провинцияһында урынлашҡан Шаддади ҡалаһы Сүриә Демократик көстәре — ҡораллы оппозиция альянсы контроле аҫтына күскән. Баш күтәреүселәр Америка авиацияһы ярҙамында Шаддадиҙы һәм яҡын-тирәләге 47 ауылды баҫып алған. Шаддади көнсығышындағы газ эшкәртеү заводы һәм Гуна нефть ятҡылығы өҫтөнән контроль булдырылған.

Шаддади ИДИЛ төркөмөнөң терәге һәм логистик үҙәге һаналған. Ул отрядтар әҙерләү һәм уларҙы фронт һыҙығына ебәреү үҙәге лә булған. Ҡораллы баш күтәреүселәр ИДИЛ төркөмөнөң Ирак Мосулы һәм әл-Хасака прровинцияһы көньяғы араһындағы тәьминәт юлын киҫкән.

Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Шаддади ҡалаһын ҡулға төшөргәндән һуң, боевиктарҙың “баш ҡалаһы” Ракканы изоляциялау еңелерәк буласаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий