суббота, 20 февраля 2016 г.

ЕС Лондон планы буйынса реформаға ризалашты.


Брюсселдә Евроберләшмә саммитында Британия тәҡдимдәренә ярашлы ЕС-та реформа үткәреү тураһында килешеү төҙөлдө. Был турала Европа Советы Дональд Туск хәбәр итте.

Килешеү бар. Британия һәм ЕС араһындағы яңы килешеү берҙәм хупланды,”-тип яҙҙы ул.

Лондон ЕС-ты мультивалюта союзы тип таныуҙы, берләшмә эсендә конкурентлыҡты көсәйтеүҙе, ЕС закон сығарыу эшендә милли парламенттар вәкәләттәрен киңәйтеүҙе һәм миграция ҡануниәтен ҡатыландырыуҙы талап итте.

Франция һәм Бельгия Британия премьер-министры тәҡдимдәренә ҡаршы сыҡты. Көсөргәнешле һөйләшеү шуның менән тамамланды: ҡалған 27 ағза Британияға айырым статус бирергә ризалашты.

Британия Евроберләшмәнең тығыҙ интеграцияһында ҡатнашмаясаҡ. Ул һис ҡасан Европа супер-дәүләтенең бер өлөшө булмаясаҡ. Беҙҙең социаль яҡлау системаһы менән файҙаланыуға ЕС мигранттары өсөн яңы сикләүҙәр индереләсәк. Еврозонанан ситтә торған килеш беҙ иҡтисадыбыҙ өсөн һаҡлаусы механизмдар һәм ирекле сауҙа ҡағиҙәләренә йоғонто яһау хоҡуғын тәьмин иттек, ”-тип белдерҙе Дэвид Кэмерон.

Бөгөн Дэвид Кэмерон Брюсселдә төҙөлгән килешеү менән министрҙар кабинетын таныштырасаҡ. Бынан һуң уға, вәғәҙәһен үтәп, Британия граждандарын референдумда илдең Евроберләшмәлә ағза булып тороуын һаҡлау өсөн тауыш бирергә кәрәклекте төшөндөрәһе бар.

Саммитҡа ҡәҙәр британлыларҙың күпселеге евроскептик ине. Уйҙарынан кире дүндереү еңел мәсьәлә булмаясаҡ, тип иҫәпләй Брюсселдәге Евроньюс хәбәрсеһе:

Яҡын айҙарҙағы төп мәсьәлә шунан ғибәрәт: Британия премьеры һайлаусыларҙы килешеүҙән һуң Евроберләшмәлә ҡалыу уларҙың мәнфәғәтендә икәнлегенә ышандырырға тейеш. Был эш Дэвид Кэмерон өсөн ЕС саммитында килешеү төҙөүгә ҡарағанда ла ҡатмарлыраҡ булыуы ихтимал.”



Комментариев нет:

Отправить комментарий