воскресенье, 21 февраля 2016 г.

Мысыр: полицияның башбаштаҡлығы врачтарҙың асыуын ҡабартты.


 “Полициның башбаштаҡлығын туҡтатырға!”, “Хаҡ хөкөм- дәүләтселектең нигеҙе!”, “Врачтарҙың именлеген талап итәбеҙ!”- ошондай лозунгылар аҫтында Ҡаһирәлә врачтарҙың манифестацияһы үтте. Медиктар баш ҡала хәстәханаһында эшләгән ике докторҙы экспертиза һөҙөмтәләрен үҙгәртеүҙән баш тартҡан өсөн туҡмаған полицияны ғәйепләй. Врачтар туҡмалыуҙан тыш 4 көн рәшәткә артында ултырған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре бер ниндәй ҙә яза алманы,-ти врач Әбдел Насер Раслан.-Уларҙы залог биреп азат иттеләр. Был оят! Беҙҙе әҙәмгә лә һанамайҙар. Яңы көс ҡулланыуҙарға табан туранан-тура юл был!”

Мысыр врачтары, әгәр полиция ошо эш өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмаһа, властарға эш ташлау менән янай.

Мысыр президенты Әбдел Фаттах ас-Сисси парламент тикшереүенә тәртип һағында тороусыларҙың енәйәт эштәренә һәм башбаштаҡлығына нөктә ҡуйырҙай закон проектын индерергә ниәтләй. Был турала, президент канцелярияһы хәбәр итеүенсә, президент илдең эске эштәр министры Мәһди Әбдел Ғаффар менән осрашҡандан һуң иғлан итте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий