среда, 24 февраля 2016 г.

Афина Скопьенан афған мигранттары өсөн дә сикте асыуҙа һорай.


Грецияның Пирей портында йөҙҙәрсә ҡасаҡ Македония сигенә йүнәлгән автобусҡа ултырыу мөмкинлеген көтә. Автобустар уларҙы Идомени ауылына ҡәҙәр алып бара, бында контроль-үткәреү пункты урынлашҡан. Уны үткәндәрҙе Гевгелия станцияһына оҙаталар, шунан улар поезд менән Австрияға һәм артабан Германияға юл тота. Тик йәкшәмбе көн Скопье властары Афғанстан ҡасаҡтары өсөн юлды япты, һәм, документтарҙы ентекләп тикшереп, ирактарҙы һәм сүриәлеләрҙе генә үткәрә. 3 000 самаһы мигрант, Эгей диңгеҙе аша Грецияға килгәндән һуң, Афинала, Пирей портында бүленеп ҡалды.

Бына ошолай мин ерҙә йәшәйем,-ти Сүриә ҡасағы.-Ғаиләмдең бер өлөшө Германияла, бер өлөшө Төркиәлә, ә мин бында. Сүриәлә һуғыш, мин хәҙер университетта уҡый алмайым.”

150 самаһы халҡы булған сик буйындағы Идомени ауылында 5 000 афған ҡасағы йыйылып киткән, Македония сик буйы һаҡсылары уларҙы үткәрмәй. Паспорттары булмаған Сүриә һәм Ираҡ граждандары ла сикте аша сыға алмай. Грецияла бирелгән теркәлеү таныҡлығы ғына хәҙер етмәй. Афина ҡасаҡтар ағымын яйға һалып өлгөрә алмай һәм Скопьены бөтә мигранттар өсөн дә Греция-Македония сиген асырға өндәй.

Балкан илдәре ҡасаҡтар өсөн ил сиктәрен яба, әммә мигранттар ағымы туҡтамай ҙа, кәмемәй ҙә. Европа Советының һуңғы ҡарары даими боҙола, шуға күрә Греция хәүеф зонаһына әйләнеүе бик ихтимал,”-тип һөйләй Пирейҙан euronews хәбәрсеһе Панос Кицикопулос.



Комментариев нет:

Отправить комментарий