среда, 24 февраля 2016 г.

«Марс»та пластмасса табылған.


Американың «Марс» компанияһы 4 миллион шоколад батонынын һатыуҙан кире ала. Кәнфиттәр Нидерландтың Вехель ҡалаһы фабрикаһында етештерелгән. Германия ҡулланыусылары шоколадта пластик киҫәктәре тапҡан- бөтә партияны кире ҡайтарырға ҡарар ителгән.

Донъяның 55 илендә «Марс», «Сникерс» һәм «Милки Вэй» кәштәләрҙән һәм сауҙа автоматтарынан кире алынасаҡ. Был батончиктарҙың һаҡланыу срогы- ошо йылдың июненән киләһе йылдың ғинуарына ҡәҙәр.


Пластмасса киҫәктәренең нисек итеп шоколадҡа эләгеүе әлегә асыҡланмаған. Тәүҙә “Марс” компанияһы сайтында шикле ризыҡты нисек кире ҡайтарыу хаҡында ҡулланма донъя күрҙе, тик мөрәжәғәт итеүселәр күбәйгәс, ресурс эшен туҡтаттылар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий