среда, 24 февраля 2016 г.

Обама: Гуантанамо базаһындағы төрмә ғүмерлеккә ябылырға тейеш.


Гуантанамо базаһындағы төрмә ғүмерлеккә ябылырға тейеш,”-тип хәбәр итте шишәмбе көн АҠШ президенты Барак Обама, Пентагон әҙерләгән пландың Конгрессҡа ебәрелеүе хаҡында ла әйтеп үтте. Аҡ йортта сығыш яһап, ул закон сығарыусыларҙы 91 тотҡон булған был объектты ябыу ниәтен яҡлап сығыуҙы һораны.

Гуантанамо базаһындағы төрмәне юҡ итеү- Аҡ йорт башлығының һайлау алды вәғәҙәһе. Конгрессҡа тапшырылған план 35 тотҡондо, махсус реабилитация прогаммаһын үтеү өсөн, башҡа илдәргә тапшырыуҙы күҙ уңында тота. Ҡалғандарын АҠШ-тың махсус режимлы төрмәләренә күсерергә уйлайҙар.

Тарихыбыҙҙың был битен ябыу, 2011 йылдың 11 сентябрь ваҡиғаһынан һабаҡ алыу тураһында һүҙ бара,-ти Обама.-Был проблеманы мин, ул кем генә булһа ла, киләһе президентҡа ҡалдырғым килмәй. Әгәр хәҙер хәл итмәһәк, был мәсьәләне беҙ ҡасан хәл итәбеҙ?”

Американың Кубалағы Гуантанамо базаһындағы төрмә 15 йыл элек “Әл-Ҡаиҙә” төркөмөнә ҡаршы операция башланғас төҙөлә. Бында террористик эшмәкәрлектә шик аҫтына алынған тотҡондар тотола. Уларҙы Кубанан АҠШ-ҡа күсереү ҡарарын ошоғаса конгрессмендар хупламаны. Обама уның зарурлығына ышандырырға тырыша:

Был планды тормошҡа ашырып, беҙ террористик пропаганданың нигеҙенә балта сабырға, союздаштарыбыҙ һәм партнерҙарыбыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға, именлек сараларын көсәйтергә һәм иң мөһиме- американлыларға хас сифаттарҙы күрһәтергә мөмкинлек аласаҡбыҙ.”

Яңы план 2011 йылда индерелгән Гуантанамо хәрби тотҡондарын АҠШ-ҡа транспортировкалауҙы тыйыусы закондан баш тартыуҙы тәҡдим итә. Эксперттар Конгресстың уны хуплауына бик ышанып бөтмәй.







Комментариев нет:

Отправить комментарий