четверг, 25 февраля 2016 г.

Бельгия АЭС-тары илдең күршеләрен борсоуға һала.


Шишәмбе көн Бельгияның “Тианж” атом электр станцияһының беренсе реакторы, властар раҫлауынса, тикшереү үткәреү өсөн туҡтатылды.

Декабрҙә был энергоблокта янғын булғайны. Ике йыл элек икенсе энергоблокта микросатнауҙар табылғайны, әле иһә ул йәнә сафта.

АЭС Валлонияла- Германия һәм Нидерландтар сигендә урынлашҡан. Шишәмбе көн Брюсселгә, именлектәре өсөн хәүефләнеүҙәрен белдереү өсөн, күрше община вәкилдәре килде. Улар халыҡ-ара контроль комиссияһы төҙөүгә ризалашты.

Бергә инспекция үткәргәндән һуң, дөрөҫ һығымталар эшләнергә тейеш,-ти Белгияның Немец телле берләшмә премьер-министры Оливер Пааш.-Мәҫәлән, әгәр был реакторҙарҙа етешһеҙлектәр булһа, уларҙы энергосистемаға тоташтырырға ярамай. Беҙҙең ныҡлы позициябыҙ шундай.”

Тирә-яҡ мөхитте яҡлаусыларҙы Фландриялағы “Дул” станцияһының хәле лә борсой. Улар Европа үҙәгендә яңы Чернобыль булдырмау ниәте менән кампания алып бара.

Хәүефһеҙ атом энергетикаһы булмауы барыбыҙға ла мәғлүм,-ти “Гринпис” ойошмаһы эксперты Элуа Глорьё.-Донъяның теләһә ниндәй АЭС-ында һәләкәт булыуы ихтимал. Реакторҙары 41 йыл эксплуатацияланған Бельгияла ла ул мөмкин. Бер нисә ай элек хөкүмәт, юғары баҫым корпусында меңәрләгән сатнаған урын булһа ла, “Тианж”дың икенсе энергоблогын эшкә ҡушты. Ядро һәләкәтенең реаль сценарийы был!”

Хәҙер Бельгияла дөйөм ҡеүәте 5761 Мвт булған 7 реактор эшләй. Илдәге электр энергияһының 54 процентын улар етештерә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий