Төрөк
махсус хеҙмәттәренең Сүриә “исламистары”
менән бәйләнеше тураһында мәҡәлә өҫтөндә
эшләгән ике журналисты ҡулға алыуҙы
Төркиәнең Конституция суды хоҡуҡ боҙоу
тип тапҡан.
Джан
Дөндар һәм Эрдем Гөл Сүриәгә йәшерен
рәүештә ҡорал индереү хаҡында мәҡәлә
баҫтырып сығарғайны. Әйтеүҙәренсә, быға
улар үҙҙәре шаһит: Сүриәлә йәшәүсе
төрөктәргә тәғәйенләнгән йөктә,
журналистар фекеренсә, илдең разведка
хеҙмәтенеке булған ҡорал табылған.
Ноябрҙә,
илгә хыянат итеүҙә: дәүләт серен асыуҙа,
хыянатта, шпионлыҡта, власть органдарына
яла яғыуҙа ғәйепләп, журналистарҙы
ҡулға алғайнылар.
Был
эш буйынса суд ултырышы 27 мартҡа
тәғәйенләнгән. Әммә Конституция суды
түбәндәге инстанцияларға “хоҡуҡ боҙоуҙы
төҙәтеүҙе” талап иткән ҡарарын тапшырҙы
һәм хәҙер күҙәтеүселәр, судҡа ҡәҙәр
журналистарҙы иреккә сығарыуҙары
мөмкин, тип бара.
Комментариев нет:
Отправить комментарий