суббота, 27 февраля 2016 г.

Инфантино әфәнде, һеҙ кем?


Джанни Инфантино 1970 йылдың 23 мартында Швецарияла тыуған. Юрист. Өйләнгән, өс балаһы бар.

Европа футбол союзына күскәнсе, Инфантино Невшатель университетына ҡараған Халыҡ-ара спортты өйрәнеү үҙәгендә генераль секретарь булып эшләй, ә уға ҡәҙәр төрлө футбол ойошмаларында, шул иҫәптән Италия, Испания һәм Швейцарияның профессиональ лигаларында советник вазифаһын үтәй.

Европа футбол союзында Инфантино 2000 йылдың авгусынан бирле, юридик һәм коммерция мәсьәләләре менән шөғөлләнә, шулай уҡ профессиональ футбол проблемаларын хәл итә. ФИФА президенты һайлауҙарына ҡәҙәр Европа футбол союзы (УЕФА) генераль секретары посын биләй.

6 йылға футбол эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү тыйылыу арҡаһында, ФИФА президенты һайлауҙарында ҡатнаша алмаған Мишель Платиниҙың уң ҡулы тип иҫәпләйҙәр уны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий