воскресенье, 28 февраля 2016 г.

Ҡасаҡтарҙы Грециянан ары ебәрмәйҙәр.


Йомала Австрия, Словения, Хорватия, Сербия һәм Македония көн һайын үҙ сиктәре аша 580 ҡасаҡты ғына үткәрергә килешкәндән һуң, меңдәрсә ҡасаҡ Греция һәм Македония сигендә бикләнеп ҡалды. Йома кисенән алып Македония үҙ территорияһына берәүҙе лә үткәрмәне.

Беҙ бында өс көн инде ямғырҙа, һыуыҡта, ашантыһыҙ. Кешеләр һуңғы аҡсаларын сарыф итеп бөттө. Беҙ үтеп китергә генә теләйбеҙ. Зинһар,”-ти Дамаск ҡасағы Недаль.

Беҙ бында тик ултыра алмайбыҙ. Үткән төн мин урамда йоҡланым. Хатта һыу ҙа юҡ. Күп ғаиләләр палаткаһыҙ, урамдарҙа йоҡлайҙар. Палаткаларҙы бөгөн килтерәсәктәр, тинеләр, тик улар һаман юҡ, палаткалар барыһына ла етмәйәсәк тә,”-тип зарлана Алеппо ҡасағы Рамазан.

Төркиәнән Греция утрауҙарына килеүсе ҡасаҡтар ағымы кәмемәй.
Миграция буйынса халыҡ-ара ойошма мәғлүмәттәре буйынса, ошо йылдың ғинуарында ғына Греция 67 мең ҡасаҡты һәм мигрантты ҡабул иткән.
Тик ҡасаҡтар көрсөгөнә бағышланған Веналағы Австрияның һәм Балкан сит ил эштәре министрҙарының осрашыуына Грецияны саҡырып та торманылар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий