Париждағы
Халыҡ-ара ауыл хужалығы күргәҙмәһендә
ил президенты Франсуа Олландты ферма
хужалары асыу менән һыҙғырып, ҡысҡырынып
ҡаршы алды. Иң әүҙемдәре француз Ауыл
хужалығы күргәҙмәһе стендын, дәүләт
башлығын оставкаға ебәреүҙе талап итеп,
пыран-заран килтерҙе. Бында килеп еткән
полиция ғына тәртип булдырҙы.
Уҙған
сентябрҙә фермерҙар, ауыл хужалығы
техникаһын ҡулланып, масштаблы ҡаршылыҡ
акциялары башланы.
“Беҙ
инде бер йыл уға һөрән һалабыҙ, ә ул
беҙҙе ишетмәй,-ти йәш фермер.-Беҙ
фермаларыбыҙҙа аяҡ һуҙабыҙ! Күпме йәштәр
банкрот булғанын беләһегеҙме? Барыбыҙҙың
да хәле мөшкөл! Ә һеҙҙе кем ашата? Кем?
Белеп тороғоҙ: иртәгә ашатыусы булмаясаҡ!”
Француз
аграрийҙары закон сығарыу нормаларын
реформалауҙы талап итә. Улар бюрократияға
һәм һатып алыу хаҡтарының түбәнәйеүенә
зарлана. Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек санкциялары
ла хәлдәрҙе ҡырҡыулаштырған. Һуңғы ярты
йыл эсендә генә Францияның ауыл хужалығы
министрлығы финанс ярҙамы күрһәтеү
хаҡындағы 60 меңдән ашыу ғариза алған.
Һуңғы 20 йыл эсендә Франциялағы ферма
хужалыҡтары ике тапҡырға кәмегән.
Авторы: Кнарик
Хачатрян
Комментариев нет:
Отправить комментарий