воскресенье, 28 февраля 2016 г.

Сүриәнең төньяғында Америка авиацияһы ҡатнашлығында ИДИЛ менән алыш бара.


Шәмбе көн курдтарҙың “Сүриә демократик көстәре” отрядтары Сүриәнең төньяғындағы Телль-Абъяд ҡалаһына дүрт яҡтан ҡыҫымға алған ИДИЛ төркөмө боевиктарының һөжүмен кире ҡаҡты.

Фират” мәғлүмәт агенствоһы хәбәр итеүенсә, террористарҙың һөжүме башланған мәлдә, төрөк артиллерияһы курд формированиелары позицияһын утҡа тотҡан.

Алда ауыр һуғыштар. Сүриә һәм Ираҡтағы хәлдәр бик ҡатмарлы. Нефть инфраструктураһын бомбаға тотоуыбыҙ арҡаһында, ИДИЛ үҙ боевиктарына әҙерәк түләй башланы. Төрлө илдәрҙең тырышлығы менән Сүриәгә килеүсе террористар һаны кәмей буғай,”-тип белдерҙе АҠШ президенты Барак Обама.

АҠШ Хәрби һауа көстәре һәм хәрби коалицияла ҡатнашыусылар шәмбе көн Сүриәнең төньяғындағы Телль-Абъяд, Хасеке, Әл-Хоул, шулай уҡ провинция үҙәге Ракка янында ИДИЛ төркөмө позицияларына һигеҙ һөжүм яһаны.


Комментариев нет:

Отправка комментария