понедельник, 29 февраля 2016 г.

Төркиә президенты Конституция суды ҡарары менән риза түгел.


Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоган йома көн һаҡ аҫтынан шпионлыҡта ғәйепләнгән “Йөмһүриәт” оппозиция гәзитенең баш редакторы Джан Дүндәрҙе һәм баҫманың Анкаралағы бюро етәксеһе Эрдем Гөлдө Конституция судының азат итеүе менән риза түгел. Ҡулға алынғанда уларҙың хоҡуҡтары боҙолоуын Конституция суды таныны. Баҫтырған материалдары өсөн журналистар “ҡиммәт түләйәсәк” тип вәғәҙә иткән Төркиә президенты былай тип белдерҙе:

Конституция суды былай ҡарар итеүе мөмкин. Әммә мин Конституция суды ҡарарына яуапһыҙ ҡалырға уйламайым. Мин уның менән килешергә бурыслы түгел. Был мәсьәлә буйынса фекеремде аныҡ рәүештә белдерергә рөхсәт итегеҙ. Мин ул ҡарарға риза түгел һәм уға буйһонорға йыйынмайым.


Журналистар төрөк дәүләте разведка хеҙмәтенең Сүриәгә ҡорал сығарыуын раҫлаусы видеоны баҫтырғандан һуң ҡулға алынғайны. Бының өсөн уларҙы ғүмерлек төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал. Судҡа ҡәҙәр уларға илдән сығыу тыйылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий