вторник, 1 марта 2016 г.

Италия “легаль” мигранттарҙы ҡабул итә.


Рим аэропортында легаль мигранттарҙың яңы партияһын ҡаршылайҙар: Италия баш ҡалаһына 93 кеше ҡасаҡтар өсөн имен коридор программаһы буйынса килеп төштө. Ливанда ҡасаҡтар лагерында йәшәгән Сүриәнән 24 ғаилә Италияға регуляр авиарейс бортында килде.

Программа авторҙарының уйынса, ҡасаҡтар имен буласаҡ һәм легаль булмаған ташыусыларҙы — йәшерен иҡтисадты стимуллаштырмаясаҡ.

Мин бик шатмын, шулай ҙа тулҡынланам, тыныслана алмайым —яңы тормош, мин бер ҡасан да булмаған яңы ил. Әллә ниндәй ҙур нәмәләр хаҡында хыялланмайым— уҡыуымды дауам итергә, эш табырға, нормаль тормош менән йәшәргә теләйем, —ти бер ҡыҙ.

Бында бик күп яҡшы кешеләрҙе осраттым,—ти йәш кеше. —Бөтәһе лә яҡшы булыр, карьера, яҡшы киләсәк өсөн мөмкинлек был, тип уйланым.

Прогамманы Италия хөкүмәте һәм дини, хәйриә ойошмалары тормошҡа ашыра.
Ҡасаҡтар махсус интеграция курсы үтәсәк, мигранттарҙы бөтә илгә таратып урынлаштырасаҡтар.


Программа мең кешегә иҫәпләнгән.

Комментариев нет:

Отправка комментария