вторник, 1 марта 2016 г.

Кале “джунглиҙары”: эште һәүетемсә хәл итеп булманы.


Эште һәүетемсә хәл итеп булманы: Кале “джунглиҙарын” алып ташларға килгән эшселәрҙе һәм полицейскийҙарҙы таштар атып һәм янғындар менән ҡаршы алдылар —үҙ структураһы булған ҡаласыҡҡа әйләнгән Франциялағы мигранттарҙың иң ҙур төйәге ҡасабаларын емереүгә шулай яуап бирҙе.

Француз властары мигранттарҙы күсереүҙе гуманлы һәм тыныс атҡарырға вәғәҙә биргәйне, тик полиция көс ҡулланырға мәжбүр булды.

Күреп тораһығыҙ, ҡаршы сығыусылар палаткаларҙы, ҡыуыштарҙы яндыра, полицейскийҙарға таштар ата. Был яраған эш түгел, тәртип һәм хәфефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн, был шарттарҙа беҙ ҙә тейешенсә яуап бирәбеҙ,—ти Па-де-Кале регионы етәкселеге вәкиле.

Джунглиҙа,” ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Британияға эләгергә уҡталған 5 меңгә яҡын мигрант йәшәй.

Палаткалы ҡаласыҡты емереү бер аҙна элек башланырға тейеш ине, әммә мигранттар һәм хоҡуҡ һаҡлауслыр ялыу бирҙе — уҙған кесе йома уны кире ҡаҡтылар.



Комментариев нет:

Отправить комментарий