вторник, 1 марта 2016 г.

Македония властары мигранттарға ҡаршы йәш ағыҙыусы газ ҡулланды.


Бер нисә йөҙ мигрант Грецияның Идомени ҡаласығы һәм Македонияның Гевгелияһы араһындағы сик буйы кәртәһен штурмларға маташып ҡараны.
300 самаһы кеше, күптәренең янында балалары ла бар ине, полиция кордоны аша үтеп, Македония яғындағы ҡойма һәм сәнскеле сым аша үтергә теләне.
Македония властарының бер нисә көн ябыҡ торған үткәреү пунктын асыуы тураһындағы хәбәр арҡаһында этеш-төртөш, тығын барлыҡҡа килде. Халыҡ тимер ҡапҡаны алып ташлағас, полиция йәш ағыҙыусы газ ҡулланды.



Македония диңгеҙ юлы аша Грецияға аяҡ баҫҡан, аҙаҡ Көнбайыш Европа илдәренә юл тотҡан легаль булмаған мигранттарҙың “Балкан маршрутында” ята. Үткән аҙнала Скопье үҙ территорияһына үтеүсе мигранттар өсөн ҡағиҙәләрҙе ныҡ ҡатыландырҙы. Һөҙөмтәлә Идомени янындағы сик буйында 8 мең кеше йыйылып китте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий