среда, 2 марта 2016 г.

Рухани-педофилдарҙың Австралиянан килгән ҡорбандары папа менән осрашыу талап итә.


Австралияның рухани-педофилдары ҡорбандары Рим папаһы Франциск менән осрашыу талап итә. Ватикан казначейы- Австралия кардиналы Джордж Пеллдың мәғлүмәт биреүен тыңлау өсөн, Римға 15 кеше килде. Ул бәлиғ булмағандарҙы насар юлға баҫтырыу эше буйынса һорауҙарға, уларҙың иң иҫкеләре 1970 йылдарға ҡарай, яуап бирәсәк.

Австралия властары менән видеоконференция режимында әңгәмәләшкән кардинал Пелл сиркәү етәкселегенең етди хаталар ебәреүен, педофилдар ҡорбаны булған балаларҙың һүҙҙәренә ышанмауҙарын, ә шикле руханиҙарҙы, ғауғанан ҡасыу өсөн, бер төбәктән икенсе урынға күсереүҙәрен таныны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий