четверг, 3 марта 2016 г.

Мигранттарҙы Европаға килмәҫкә өндәйҙәр.


Евроберләшмә илдәренең миграция көрсөгө менән айырым-айырым көрәшеүе берҙәмлекте ҡаҡшата - Греция премьер-министры Алексис Ципрас менән һөйләшеүҙән һуң, Евросовет башлағы Дональд Туск шул турала белдерҙе.

Үҙ сиратында Греция кабинеты башлығы ЕС-ты кисекмәҫтән ҡасаҡтарҙы күсереү эшенә тотонорға һәм легаль булмаған мигранттарҙы үҙ ватандарына оҙатыу сәйәсәтен булдырырға саҡырҙы.

Дональд Туск юлға сығырға иҫәп тотҡан мигранттарҙы Европаға эләгеү ниәтенән баш тартырға өндәне:

Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа. Европаға килмәгеҙ, контрабандистарға ышанмағыҙ. Ғүмерегеҙҙе һәм аҡсаларығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Был бушҡа ғына. Греция ла, Европа Союзының башҡа илдәре лә артабан транзит илдәре булмаясаҡ.”

Туск һәм Ципрас Балкан коридорында мигранттар ағымын ҡырҡа кәметеү юлдары, ҡайһы бер ЕС илдәренең проблеманы хәл итеүҙән баш тартыуы хаҡында һүҙ алып барҙы.

Греция-Македония сигендә 20 меңдән ашыу кеше йыйылып киткән. Идомениҙа ғына улар 7 мең самаһы. Мигранттар, Көнбайыш Европаға юлланыр өсөн, Македонияға үткәреүҙәрен көтә. Скопье мигранттарҙы үҙ территорияһына үткәреү контролен ҡатыландырғандан һуң, көн һайын сикте бер нисә тиҫтә кеше генә үтә ала. Ҡаршылыҡ йөҙөнән мигранттар төркөмө Идомени янындағы тимер юлын япты.





Комментариев нет:

Отправить комментарий