пятница, 4 марта 2016 г.

Гондурас: билдәле хоҡуҡ һаҡлаусы үлтерелгән.


Гондураста аҫаба халыҡтың хоҡуҡтарын яҡлаусы үлтерелгән. Бынан алда ул үҙ адресына яуған янауҙар менән бәйле полицияға мөрәжәғәт иткән, тик тәртип һағындағылар уны яҡлай алмаған.

43 йәшлек Берта Касерес ерҙәрендә энергетик компаниялар электростанция өсөн быуа төҙөргә уйлаған, бик күп ерҙәре һыу аҫтына китергә тейеш булған ленка халҡының мәнфәғәтен яҡлай.

Уҙған йыл, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауы өсөн, Касересҡа Гольдман премияһы бирелгәйне. Хоҡуҡ һаҡлаусының ғүмерен ҡыйыуҙарына асыуҙары килгән студенттар ил баш ҡалаһы Тегусигальпела ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий