пятница, 4 марта 2016 г.

Франция: Фессенхайм АЭС-ындағы һәләкәт күпкә етдиерәк булған.


2014 йылдың апрелендәге француздарҙың Фессенхайм АЭС-ындағы һәләкәт электростанция етәкселеге һөйләгәндән күпкә етдиерәк булған. Кесаҙна был хаҡта немец киң мәғлүмәт саралары яҙып сыҡты. Уларҙың ҡулына эләккән мәғлүмәттәр буйынса, һәләкәт мәлендә һәм унан һуң станция хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттән тыш хәл шарттарында эшләгән: һыу тейеп, сым үткәргестәр зараланған, атом реакторын туҡтатыу мөмкин булмаған.





Комментариев нет:

Отправить комментарий