Төркиә
властары “Хеҙмәт” ижтимағи хәрәкәтенең
мәғрифәтселек эшмәкәрлеге менән бәйле
“Заман” гәзитен үҙ контроле аҫтына
алды. Уға төрөк яҙыусыһы һәм уртасыл
ҡараштағы ислам динен таратыусы, 1999
йылдан бирле АҠШ-та йәшәгән Фәтхуллах
Гөлен нигеҙ һалғайны.
“Хеҙмәт”
хәрәкәте мәғрифәтселек һәм белем биреү
проекттарын яҡлай, ҡайһы бер мәғлүмәт
саралары менән дә бәйле. Гөлен элек
төрөк президенты Рәжәп Тайип Эрдоганды
яҡлай ине. Тик бер нисә йыл элек, Гөлен
Эрдогандың сәйәси позицияһын һәм уның
башҡарма власть вәкәләттәрен арттырып
ебәреүен тәнҡитләп сыҡҡас, уларҙың
мөнәсәбәттәре боҙолдо. Өҫтәүенә Төркиәлә
Эрдогандың улы һәм президенттың үҙе
менән бәйле коррупция ғауғаһы ҡупты.
Властар “Хеҙмәт” контроле
аҫтындағы киң мәғлүмәт сараларын ғауға
ҡуптарыуҙа ғәйепләне, 2 гәзит һәм 2
телеканал тышҡы контроль аҫтына алынды
һәм оҙаҡламай ябып та ҡуйылды. Хәҙер
сират “Заман” гәзитенә етте.
Авторы: Артём
Асланьян
Комментариев нет:
Отправить комментарий