Идомени
янындағы ҡасаҡтар лагерында яҡлауға
иң мохтаждары - балалар. Йәйге палаткалар
һыуыҡтан һәм ямғырҙан һаҡламай, кемдер
бөтөнләй асыҡ һауала төн сығырға мәжбүр.
Күп балалар һалҡын тейҙереп ауырый,
белгестәр әйтеүенсә, гастроэнтерит
менән сирләү ҡурҡынысы ла ҙур.
“Ике
көн инде балам бер нәмә лә ашамай,-ти
Сүриә ҡасағы.-Ашамай ҙа, эсмәй ҙә, гел
ҡоҫа!”
Балалары
өсөн хәүефләнгән ата-әсәләр сәғәттәр
буйы лагерҙағы хөкүмәттеке булмаған
аҙ һанлы врачтарға сират тора.
БМО
мәғлүмәттәре буйынса, ғинуарҙа
Евроберләшмәгә килгән 110 мең ҡасаҡтың
34 проценты- балалар.
“Көн
һайын шуны күрәбеҙ: лагерҙағы тормош
шарттары балаларҙың һаулығына туранан-тура
йоғонто яһай. Ямғыр икән, ышыҡланыр
урындары булмаһа, һалҡын тейҙереүҙәрен,
респиратор ауырыуҙар менән ауырый
башлауҙарын көт тә тор,-ти француздарҙың
хөкүмәттеке булмаған “Сиктәрһеҙ
врачтар” ойошмаһы ағзаһы.-Барыһына ла
ярҙам итә алмабыҙ тип хәүефләнәбеҙ,
сөнки тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү
өсөн ваҡыт та, етерлек палаткалар ҙа,
аҙыҡ-түлек тә юҡ.”
БМО-ның
ҡасаҡтар эше буйынса баш комиссар
идаралығы белдереүенсә, Европаға үҙҙәре
генә килгән балалар айырыуса ҡурсалауға
мохтаж.
Комментариев нет:
Отправить комментарий