Греция
һәм Македония сигендәге Идомениҙа 13
мең самаһы ҡасаҡ йыйылып киткән. БМО-ның
ҡасаҡтар эше буйынса Баш комиссар
идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, палаткалы
ҡаласыҡта йәшәүселәрҙең яртыһы- ҡатын-ҡыҙ
һәм бала-саға, улар бигерәк тә ыҙа сигә
һәм ярҙамға мохтаж.
Мигранттар
үҙҙәре әйтеүенсә, берәүҙең дә уларҙа
ҡайғыһы юҡ.
“Мин
бында 10 көн тирәһе, беҙҙең турала бер
кем дә уйламай. Бында бик күп балалар
бар, улар ауырый, уларҙы ҡайғыртҡан кеше
юҡ. Бында оло йәштәгеләр күп, үлем
хәлендәгеләр ҙә бар - уларға ла төкөрөп
ҡарайҙар. Беҙ нимә эшләй алабыҙ һуң?”
Йома-шәмбелә
Македония сиге аша 200 мигрант үткән. Сик
аша актив һуғыш зонаһынан ҡасыусыларҙы
ғына үткәрәләр. Күп мигранттар быны
ғәҙелһеҙлек тип иҫәпләй, улар фекеренсә,
бөгөн бөтә Сүриә һуғыш ялҡынында:
“Документтары
Дамаскиҙан булғандарҙы үткәрмәйҙәр,
сөнки Македония властары Дамаскиҙа
“бөтәһе лә тыныс” тип иҫәпләй. Тик беҙ
Ярмук лагерынан, унда тыныс тип әйтмәҫ
инем мин.”
БМО
вәкилдәре Евроберләшмәне, квоталарға
таянып, ил-ағзаларға таратыуҙы йәһәтерәк
хәл итергә саҡыра. Ҡасаҡтар ағымын яйға
һала алмаған Афина Брюсселде ярҙамға
саҡыра. Греция яғынан да ҡасаҡтарға
кирегә боролорға рөхсәт итмәүҙәре
тураһында мәғлүмәттәр бар. Ил 30 мең
кешене ҡабул иткән, властар мигранттарҙы
ҡабул итеү өсөн өҫтәмә рәүештә үҙәктәр
төҙөргә вәғәҙә итә, әлегә иһә меңдәрсә
кеше асыҡ күк аҫтында төн үткәрә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий