суббота, 26 марта 2016 г.

Төркиә. Журналистар өҫтөнән суд 1 апрелгә күсерелде.


Шпионлыҡта һәм дәүләткә хыянат итеүҙә ғәйепләнгән ике төрөк журналисы өҫтөнән суд 1 апрелгә күсерелде. Журналистар Йән Дүндәр һәм Эрдем Гөлдө төрөк махсус хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәренең Сүриә боевиктарына йәшерен рәүештә ҡорал оҙатыуын һүрәтләгән видеоны баҫтырып сығарыуҙа ғәйепләйҙәр.

Улар(хөкүмәт), ҡулынан тотолған хәлдә лә, факттарҙы йәшерергә маташты. Һәм бөгөн беҙ судта шулай тибеҙ: “Беҙ хөкөм алдына баҫыр өсөн түгел, үҙебеҙ хөкөм итер өсөн килдек.” Улар судта буласаҡ нәмәләрҙе халыҡҡа сығармаҫҡа тырыша, шуға күрә уны ябыҡ ишектәр артында үткәрә,”-тине Йән Дүндәр.

Үҙ эшебеҙҙе атҡарған өсөн, беҙҙе ғүмерлеккә төрмәгә тығырға уйлайҙар. Тик беҙ 1 апрелдә киләсәкбеҙ һәм Төркиәнең юғары власть органын - Конституия судын яҡлап сығыш яһаясаҡбыҙ,”-тип әйтеп үтте Эрдем Гөл.

25 февралдә Конституция суды, журналистарҙы ҡулға алыу - уларҙың хоҡуғына һәм азатлығына ҡул һуҙыу, тип билдәләне. Өс ай һаҡ аҫтында булғандан һуң, улар иреккә сығарылды.

 Шул уҡ ваҡытта ғәйепләүсе яҡ уларҙың ғәйебен иҫбатлаусы яңы дәлилдәр килтерергә әҙерләнә. Дүндәр һәм Гөлгә ҡаршы дәғүәселәрҙең береһе тип суд Төркиә президенты Тайип Эрдоганды таныны. Журналистарҙың хөкүмәтте тәнҡитләүе һәм оппозициялағы Гүлен менән бәйләнеше арҡаһында хоҡуҡ һаҡлаусылар сәйәси мотивациялы тип иҫәпләгән процесс АҠШ-та һәм Евроберләшмәлә иғтибар үҙәгендә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий