ИДИЛ
террористик төркөмөнөң йома көн яңы
видеоһы пәйҙә булды, унда ул Брюсселдәге
теракт өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала
һәм үҙ яғындағыларҙы бының менән ҡотлай.
Француз телендәге яҙмала боевиктарҙың
береһе, әгәр Европа һәм Америка ИДИЛ-ды
бомбаға тотоуҙы туҡтатһа, Көнбайышты
тыныслыҡта ҡалдырырға вәғәҙә бирә.
Бельгия
властары иһә йома көн кис Брюссель
янындағы Скарбек коммунаһында ҙур
операцияны тамамлауы хаҡында хәбәр
итте. Полиция биштәр аҫҡан кешене
тикшереү өсөн туҡтатырға була, тегеһе
ҡаса башлай һәм, аяғы йәрәхәтләнеп,
ҡулға алына. Асыҡланыуынса, ул Париж
янындағы Аржантёй ҡасабаһында әҙерләнгән
һәм француз махсус хеҙмәттәре туҡтатҡан
терактҡа ҡыҫылышы булған.
Полициянан
тыш операцияла штурмлау һәм снайпер
винтовкалары менән ҡоралланған,
битлектәр, бронежилеттар кейгән, тулы
экипровкалы армия спецназы ла ҡатнашты.
Кварталда йәшәүселәр өлөшләтә
эвакуацияланды.
Бынан
тыш көн эсендә йәнә тентеүҙәр яһалды,
Брюссель теракттарында ҡатнашыуҙа шик
аҫтына алынған ике кеше ҡулға алынды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий