воскресенье, 27 марта 2016 г.

Cүриә: Пальмира боевиктарҙан азат ителде.


Сүриә хәрбиҙәре белдереүенсә, Пальмира тулыһынса хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡулында. Рәсәй Һауа-йыһан көстәре операцияның уңышына етди өлөш индерҙе. Көн элгәре ҡаланың төньяҡ кварталдарында боевиктар менән алыш барҙы.
Уҙған йылдың майынан алып Пальмира ИДИЛ ҡулында ине, улар ҡаланың данлыҡлы тарихи ҡомартҡыларын емерҙе.

Ираҡта иһә Мосулды азат итеү операцияһы дауам итә. Боевиктарҙың ҡаты ҡаршылығына ҡарамаҫтан, Ирак армияһы ирекле формированиелар менән бергә провинция баш ҡалаһы янындағы бер нисә ҡасабаны азат итте. Һуғыш зонаһында ҡалған халыҡ ҡасырға мәжбүр булды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий