понедельник, 28 марта 2016 г.

Пакистанда Лахор терактында ҡорбан булғандар хөрмәтенә матәм көнө иғлан ителде.


Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Пакистан Лахорында 69 кеше теракт ҡорбаны булған, шуларҙың 23-ө – балалар.

Үлемгә дусар ителгән террорист Гөлшан-и-Иҡбал паркының балалар майҙансығында үҙен-үҙе шартлатҡан. Бик күп кеше бында ял иткән булған, уларҙың байтаҡ өлөшө - көнбайыш календары буйынса Пасханы билдәләгән христиандар.

300 самаһы кеше хәстәханаға оҙатылған, күбеһе - бала-саға һәм ҡатын-ҡыҙ.

-Мин 20 баланы сығарҙым, уларҙы хәстәханаға алып киттеләр. Өс кәүҙәне полиция машинаһына алып барып һалдым. Шартлау ваҡытында балалар йәрминкәлә күңел аса ине. Бөгөн христиандарҙа пост тамамланды, Пасха ине, шуға күрә улар бында килгән. Мин фажиғәле ул күренеште һөйләп аңлата ла алмайым,- ти ваҡиғаның шаһиты булған ир.

Теракт өсөн яуаплылыҡты экстремистарҙың Пакистан талиптарына ҡараған “Йәмәғәт ул-Ахрар” төркөмө алған. Полиция үҙен-үҙе шартлатҡан әҙәмдең исемен асыҡлаған, шик аҫтындағы 15 кеше ҡулға алынған.


Пакистан властары 3 көнлөк матәм иғлан итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий