Австралия властары саң ҡаға: Ҙур барьер рифы үтә лә юғары хәүеф аҫтында - мәрйендәр ҡапыл төҫһөҙләнә башлаған. Һуңғы тикшеренеүҙәр шуны күрһәткән: полиптар ағара, ә был иһә улар йәшәгән ерҙә һыуҙың артыҡ йылыныуы тураһында һөйләй. Ундай хәлдәр элек тә булғылаған, әммә әлегеһен экологтар һуңғы 15 йыл эсендәге иң насары тип баһалай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий