четверг, 10 марта 2016 г.

ЕС институттары миграцияны туҡтатырға тырышыуға төрлөсә ҡарай.


Ҡасаҡтарға Балкан маршрутын ябыу Евроберләшмә властарының төрлө тармаҡтарында фекер айырымлыҡтары тыуҙырҙы. ЕС ағзаһы булған Словения ла ҡушылған был сараны Брюссель аҡлай.

Шенген зонаһына инеү шарттарына яуап бирмәгән йәки һыйыныу урыны биреүҙе һорап ғариза яҙмаған өсөнсө ил граждандарына Словенияға аяҡ баҫыу тыйыла. Был 18 һәм 19 февралдәге ЕС саммиты ҡарарҙарына тап килә,-тине Еврокомиссия вәкиле Наташа Берто.- Шул рәүешеле Шенген зонаһының бөтә илдәре лә уның ҡағиҙәләрен үтәй һәм кешеләрҙең ирекле үтеүенә юл ҡуймай.

Страсбургта Словениянан Европарламенттың һул үҙәк депутаты Таня Файон легаль булмаған мигранттарҙы үткәрмәҫкә ҡарар итеүҙәрен былай аңлатты:

 “Беҙҙең граждандар, Словенияны яңғыҙын ҡалдырҙылар, Европа союзы ҡарарҙарынан фәтүә юҡ, тип уйланы. Бына шуның өсөн хөкүмәт ил сигенә кәртә ҡуйырға булды. ЕС лидерҙарының белдереүҙәренән һуң, Төркиә менән саммиттын аныҡ ҡарарҙарынан һуң, Балкан маршруты буйынса легаль булмаған йөрөш туҡталыр тип уйлайым.”

Европарламент рәйесе Мартин Шульц иркен йөрөүҙе сикләүҙе файҙаһыҙ һәм хәүефле тип иҫәпләй:

Ил сиктәрен ябыу стратегияһы яҡлау һәм һыйыныр урын эҙләгән ҡасаҡтарҙы тотҡарлай алмаясаҡ,-тине Шульц.-Беҙ Европа Союзына юлды тарайтабыҙ ғына һәм уларҙы контрабандистар ҡулына этәрәбеҙ. Кәрәкмәгән нәмә был.”

Евросовет башлығы Дональд Туск иһә Европаға тәртипкә һалынмаған миграцияның тамамланыуы тураһында иғлан итте. Әммә Европарламенттың Кеше хоҡуҡтары комитеты былай тип белдерҙе: һуғыш һәм эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасҡан кешеләргә Союзға юлды ябыу яраған эш түгел.


Комментариев нет:

Отправить комментарий