Франция-Италия
саммиты алдынан Венецияла ҡаршылыҡ
акцияһы үтте. Унда ҡатнашыусылар Турин
һәм Лион араһында тиҙ йөрөшлө тимер юл
тармағын төҙөүгә һәм Венеция диңгеҙ
ҡултығы аша ҙур круиз лайнерҙары йөрөүенә
ҡаршы сыҡты.
Кәмәләргә
тейәлгән демонстацияла ҡатнашыусылар
полиция билдәләгән “ҡыҙыл зонаға,”
Италия премьеры Маттео Ренци һәм Франция
президенты Франсуа Олланд осрашыуы
барған урынға үтеп инергә маташты.
Тәртип һағында тороусылар уларҙың юлын
бүлде.
Ҡаршылыҡ
акцияһы һыуҙа ғына түгел, ҡоро ерҙә лә
үтте. Венеция халҡы урамдарға сығыуын
былай аңлатты:
“Беҙ
бөгөн ҙур караптарға, төҙөлөш эштәренә,
тиҙ йөрөшлө поездарға “юҡ” тип әйтер
өсөн килдек. Тирә-яҡ мөхиттең зыян
күреүен, ҡалаларыбыҙҙың емерелеүен
теләмәйбеҙ.”
Кәм
тигәндә 500 тирәһе кеше, ямғыр яуыуына
ҡарамаҫтан, Изге Марк майҙанына үтте.
Манифестацияла ҡатнашыусылар ҡиммәтле
һәм, үҙҙәренең фекеренсә, бер кемгә лә
кәрәкмәгән проекттарҙан баш тартыуҙы
һәм аҡсаларҙы мәғариф өлкәһенә, медицинаға сарыф итеүҙе талап итте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий