Көньяҡ
Кореяның ”Рухи ҡайтыш” картинаһы
Икенсе донъя һуғышы осронда япон
хәрбиҙәренең күңелен күреү өсөн енси
ҡолдарға әүерелдерелгән корей ҡатын-ҡыҙҙарына бағышланған. Экрандарға
сыҡҡан фильмды бер аҙна эсендә миллиондан
ашыу тамашасы ҡараған.
Режиссёр
Чо Джун Рэ фильм өҫтөндә 14 йыл эшләй.
Ул бик күп ваҡытын ҡарттар йортонда
япон хәрбиҙәре күңелен күрергә мәжбүр
булған инде оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар
менән әңгәмәләшеп үткәрә. Был ҡатындарҙың
күбеһе туҡһанды ваҡлай, тик ҡайһы берҙәре
Сеулдағы премьераға килгән.
“Был
инәйҙәр, “әгәр беҙҙең тарихты һөйләргә
теләһәң, уны яҡшы эшлә”, тинеләр,-ти
режиссер.-Уларҙың һүҙе фильмды төшөрөүгә
төп этәргес булды.”
Фильм
төшөрөүгә киткән аҡсалар иғәнә юлы
менән йыйыла, 75 мең кеше уға үҙ өлөшөн
индерә. Киноны ҡарағас, улар шаңҡып
ҡала:
“Нимә
әйтергә лә белмәйем,-ти бер ҡатын йәш
аралаш,-Йөрәгем тулышҡан. Япония ысын
күңелдән ғәфү үтенер, тип өмөтләнәм.”
“Фильм
өсөн бик күп кешеләр аҡса күсерҙе, улар
араһында мин дә бар. Экранда үҙ исемемде
күреп һөйөндөм. “Күңел йыуатыусы
ҡатындарға” артабан да ярҙам итерҙәр,
Япония хөкүмәте ысын йөрәктән ғәфү
үтенгәнгә ҡәҙәр, йәмәғәт эшмәкәрлегенә
йәлеп итерҙәр, тип өмөтләнәм.”
Көньяҡ
Корея активистары иҫәбенсә, Кореяның
200 ҡатын-ҡыҙы Япония борделдәрендә
эшләргә мәжбүр булған, тик был турала
бик әҙҙәре генә һөйләгән.
Таҫма,
Япония һәм Көньяҡ Корея декабрь аҙағында
оҙаҡ йылдар ике ил мөнәсәбәттәрен
ағыулап торған “йыуаныс биреүсе”
ҡатын-ҡыҙҙар проблемаһын хәл итеү
хаҡында килешеү төҙөгәс, экрандарға
сыҡты. Япония зыян күргән ҡатын-ҡыҙҙар
файҙаһына 8 миллиондан ашыу доллар
түләргә вәғәҙә бирҙе. Әйтергә кәрәк,
килешеү шарттарына Японияла ла, Көньяҡ
Кореяла ла ризаһыҙлыҡ белдереүселәр
күп.
Комментариев нет:
Отправить комментарий