воскресенье, 13 марта 2016 г.

БМО Именлек советы “тыныслыҡ һаҡсыларының” енси енәйәттәренә кәртә ҡуясаҡ.


БМО-ның Именлек советы сит ил контингенты “тыныслыҡ һаҡсыларының” енси енәйәттәренә ҡаршы ҡаты көрәш сараларын яҡлаусы резолюция ҡабул итте. Документ проектын АҠШ әҙерләгән. Резолюцияны Именлек советының 14 ағзаһы яҡлап сыҡты. Тәҡдим иткән төҙәтмәләре хупланмаған Мысыр тауыш бирмәне. БМО Именлек советындағы АҠШ-тың даими вәкиле былай тип белдерҙе:

Минең маҡсатым шундай: БМО-ның зәңгәр флагына ышанған кешеләрҙе енси эксплуатациялау һәм енси мыҫҡыллау кеүек был яман шешкә ҡаршы ниндәйҙер сара күреү. Кешеләр, тыныслыҡ һаҡсыларын күреп, ярҙамға өмөт итә. Ҡасырға кәрәк, был тыныслыҡ һаҡсылары көсләүҙәре ихтимал тигән уй уларҙың башына ла инеп сыҡмай. Улар былай уйламай һәм уйларға ла тейеш түгел.”

Резолюция, енси енәйәттәр эшләнеүгә дәлилдәр булған осраҡта, хәрбиҙәрҙе һәм полиция подразделениеларын миссия составынан сығарыуҙы хупланы. Уҙған йыл БМО үҙенең тыныслыҡ һаҡсылары тарафынан енси эксплуатация һәм көсләүҙәр менән бәйле 69 ялыу алған. Үҙәк Африка Республикаһында хеҙмәт иткән тыныслыҡ һаҡсыларына бигерәк тә күп ялыу килгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий