воскресенье, 13 марта 2016 г.

Француздар хеҙмәт ҡануниәте реформаһына ҡаршы.


Францияла хеҙмәт кодексы реформаларына ҡаршы акциялар туҡталмай. Унда ҡатнашыусылар социалистар хөкүмәтенең был закондарын “тарихи регресс” тип атай. Ҡайһы бер профсоюздар үҙгәрештәргә бөтөнләй ҡаршы; ҡайһылары үҙгәрештәрҙе самалап индерергә тәҡдим итә, һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмаған хәлдә, ҡырҡа ҡаршы булыусыларға ҡушылыу менән янай.

Реформа эш биреүселәргә хеҙмәт көнөн оҙайтырға һәм эштән ебәреү процедураһын еңеләйтергә мөмкинлек бирә.





Комментариев нет:

Отправить комментарий