воскресенье, 13 марта 2016 г.

Греция ҡасаҡтарҙы Идомениҙан башҡа лагерҙарға күсергә өгөтләй.


Греция властары Макдония сигендәге Идомени ауылы янында урынлашҡан стихиялы лагерҙы таратырға ниәтләй. Бындағы хәлдәр ҡот осҡос, хоҡуҡ һағындағылар саң ҡаға. Сик буйында- лагерҙың үҙендә һәм Нео Кавал һәм Херсос ҡабул итеү үҙәктәрендә- 14 мең самаһы кеше йыйылған. Гуманитар ярҙамды күҙ асып йомғансы алып бөтәләр, тәртип менән уны таратыу ҙа мөмкин түгел.

Ҡайһылар 4-5 пар аяҡ кейеме алып өлгөрҙө, ҡайһыларына берәү ҙә эләкмәне,-ти Ираҡ ҡасағы Сабах.-Бер үк нәмә ҡабатлана: һәр нәмәне талашып-тартышып алырға тура килә. Кешеләр аяҡ кейеме, бер киҫәк икмәк өсөн талаша.”

Ҡасаҡтарҙы үҙ белдектәре менән төҙөгән лагерҙан китергә өгөтләп, властар листовкалар тарата. Унда ғәрәп һәм башҡа телдәрҙә сиктең бикле булыуы һәм уларҙы яҡшы шарттары булған махсус үҙәктәргә күсерәсәктәре хаҡында хәбәр ителә.

Афина Идомени лагерын ике аҙнала таратырға һәм эште көс ҡулланмайынса башҡарырға вәғәҙә бирә, сөнки ҡасаҡтарҙың яртыһы ҡатын-ҡыҙ һәм балалар.

Ошо аҙнала ҡасаҡтарҙың Европаға һалған юлы -“Балкан маршруты” ябылды. Хорватия, Македония, Сербия һәм Словения үҙ сиктәрен тулыһынса япты, халыҡ-ара гуманитар хоҡуҡҡа нигеҙләнеп кенә ҡайһы бер ташламалар яһала.
Легаль булмаған “иҡтисади” мигранттарҙы Төркиә ярҙамында кире ҡайтарып ебәрергә ҡарар иттеләр.

Европалағы миграция көрсөгө 2015 йылда башланды. Ҡасаҡтарҙың күбеһе һуғыштар барған Сүриә һәм Ираҡтан. Миграция ағымы ҡырҡа артҡандан һуң, Шенген килешеүенең 8 ил-ағзаһы үҙ сиктәрендә контроль урынлаштырҙы.







Комментариев нет:

Отправить комментарий