воскресенье, 13 марта 2016 г.

Ливан сәйәсәтенең көҙгөһө булараҡ сүп-сар.


Манифестацияла ҡатнашыусылар һәм экология ойошмалары вәкилдәре Ливан властарының көнкүреш ҡалдыҡтарын үтилләштереү планы менән риза түгел. Меңдәрсә кеше Бейрут урамдарына сыҡты һәм, ватандаштарын дүшәмбегә тәғәйенләнгән дөйөм забастовкаға ҡушылырға саҡырып, хөкүмәт бинаһы алдында митинг үткәрҙе.

Активист-экологтар Ливан властарын коррупцияла ғәйепләй:

Кабинетта ултырған “сүпкә” беҙ шуны әйтергә теләйбеҙ: улар киткәнгә ҡәҙәр, беҙ урамдарҙа буласаҡбыҙ. Улар ҙа, сүп-сар ҙа беҙҙең урамдарҙан юҡҡа сығыуын теләйбеҙ. Беҙ бында инде 8 ай, беҙ тынысланмаясаҡбыҙ, улар отставкаға киткәнгә ҡәҙәр урамдарҙа ҡаласаҡбыҙ,”-ти акцияны ойоштороусыларҙың береһе булған Рита Ханна.

Ливан баш ҡалаһындағы “сүп-сар” көрсөгө уҙған йылдың июлендә, дамба ябылғандан һуң башланды. Һуңғы айҙарҙа Тамам Сәләмдең коалиция кабинеты көрсөктән сығыу юлдарын эҙләне һәм хәҙер, көнкүреш ҡалдыҡтарын ташлау өсөн, 3 яңы дамбаға ер бүлергә йыйына. Быға 50 миллион доллар бүленгән. Тик “йәшелдәр”, власты коррупцияла ғәйепләп, ҡаршы сыға, улар “экологик” вариант талап итә.

 

Комментариев нет:

Отправить комментарий