вторник, 15 марта 2016 г.

Путин РФ ғәскәрҙәрен Сүриәнән сығарырға фарман бирҙе.


Владимир Путин Сүриәнән Рәсәй авиация төркөмөнөң төп өлөшөн, улар был илгә экстремистик төркөмдәр менән көрәштә ярҙам итте, сығарырға фарман бирҙе. Рәсәй президенты һүҙҙәре буйынса, операция алдынан ҡуйылған төп бурыс үтәлгән.

Оборона министрлығы һәм ҡораллы көстәр алдына ҡуйылған төп бурыс үтәлде тип иҫәпләйем, шуға күрә оборона министрына киләһе көндән Сүриә Ғәрәп Республикаһынан беҙҙең хәрби төркөмдөң төп өлөшөн сығарыуҙы башларға фарман бирәм.”

Шул уҡ ваҡытта, Путин әйтеүенсә, оҙаҡ йылдар эш алып барған Тартустағы һәм Хмеймимдағы Рәсәй хәрби базалары үҙ шөғөлөн дауам итәсәк. Ут асыуҙы туҡтатыу һәм тыныслыҡ процесы өсөн шарттар тыуҙырыу тап ошо хәрби төркөмдәргә йөкмәтеләсәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий