среда, 16 марта 2016 г.

Эксперт: Рәсәй ғәскәрҙәрен сығарыу - Сүриә властарын тыныслыҡ килешеүенә этәрә.


Рәсәй президенты Владимир Путиндың Сүриәнән хәрби контингенттың төп өлөшөн сығарырға ҡарар итеүе барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл булды. Сәйәси аналитиктар, журналистар һәм ябай сүриәлеләр уның сәбәптәрен эҙләй һәм нимәгә килтерер ул тип баш вата. Дамаск халҡы президент Асадтың союздашы ҡарарын хуплай:

-Рәсәйлеләрҙең Сүриәлә булыуы - илдең суверенитетына ҡул һуҙыу түгел, дуҫлыҡ акты булыуын раҫлай был аҙым.

-Рәсәй - Сүриәгә ҡарата намыҫлы уйынсы, мөмкинлек булыу менән, ул хәрби көстәрен кәметә.

Иран политологы Хөсәйейн Ройваран, ғәскәрҙәрҙе сығарыу Женевала башланасаҡ тыныслыҡ хаҡындағы һөйләшеүҙәргә төбәп эшләнә һәм уны тормошҡа ашырыу һөйләшеүҙәрҙең уңышлы булыуына бәйләнгән, тип иҫәпләй:

-Әгәр тыныслыҡ хаҡындағы һөйләшеүҙәр килеп сыҡмаһа, Рәсәй Сүриәгә ҡайтыр тип уйлайым. Тыныслыҡ килешеүе - мөмкин булған юлдарҙың береһе һәм утты туҡтатыу өмөт тыуҙыра, әммә әгәр Сүриәләге төрлө сәйәси төркөмдәр тыныслыҡты боҙһа, Сүриә өсөн берҙән-бер юл - хәрби юл, һәм, әлбиттә, Рәсәй унда мөһим роль уйнаясаҡ.

Gulf State Analytics эксперты Теодор Карасик фекере буйынса, ошо рәүешле Рәсәй Сүриә властарын тыныслыҡ процесында әүҙем ҡатнашырға мәжбүр итә:

-Минең уйымса, был аҙым Асад һәм уның яҡлылар өсөн ҙур әһәиәткә эйә, уларҙы һөйләшеү процесында ҡатнашыуға этәрә. Өлкән ағаһы, ҡустыһының ҡолағынан эләктереп, нимә эшләргә тейешлеген аңлатыу кеүек ул.


Мартта Сүриәләге граждандар һуғышы башланыуға теүәл 5 йыл була. Ошо ваҡыт эсендә 300 мең кеше һәләк булды, 4 миллиондан ашыуы илдән ҡасты, күп Сүриә ҡалалары харабаға әйләнде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий