вторник, 8 марта 2016 г.

ЕС һәм Төркиә мигранттар менән алмашырға килеште.


Евроберләшмә һәм Төркиә Европаға легаль булмаған мигранттар ағымын кәметеү хаҡында килеште. Киләһе 10 көн эсендә ентекле килешеү төҙөлөргә тейеш. Төркиә Эгей диңгеҙе аша йөҙөп Греция утрауҙарына килгән, әммә ЕС-та һыйыныу урыны алыу өсөн легаль нигеҙе булмаған иҡтисади мигранттарҙың барыһын да кире ҡабул итергә ризалашты. Был Европа советы рәйесе Дональд Тускка иҡтисади мигранттарҙың ЕС-ҡа транзиты өсөн “Балкан маршрутының бынан ары ябылыуы” хаҡында иғлан итергә мөмкинлек бирҙе:

Премьер-министр Әхмәт Дауыт улы Төркиәнең халыҡ-ара ЕС яҡлауына мохтаж булмаған мигранттарҙы Грециянан Төркиәгә кире ҡайтарыуҙы йәһәтләргә йөкләмә алыуын, тиҙ арала ул тормошҡа ашырыласағын раҫланы. Был ҡарарҙар Европаға яйға һалынмаған миграцияның тамамланыуы тураһында һөйләй.”

Үҙ яғынан Евроберләшмә Төркиәнән “бергә- бер” принципы буйынса ҡасаҡ статусы алырға хоҡуғы булғандарҙы ҡабул итергә ризалашты. Төркиә премьер-министры Әхмәт Дауыт улы һүҙҙәре буйынса, был мигранттарҙың легаль булмаған трафигы нигеҙен ҡаҡшатасаҡ:

Беҙҙең маҡсат- легаль булмаған миграцияға аяҡ салыу, сик аша кешеләрҙе законһыҙ ташыуҙы булдырмау; ойошҡан рәүештә, ҡағиҙәгә таянып Европаға күсергә теләүселәргә ярҙам итеү.”

ЕС июнь аҙағына ҡәҙәр Төркиә граждандарының ҡыҫҡа ваҡытлы сәфәрҙәре өсөн виза режимын ғәмәлдән сығарырға вәғәҙә бирҙе. Бынан тыш Евроберләшмә саммиты миграция көрсөгөн хәл итеүгә элек бүленгән 3 млрд евронан тыш Төркиәгә өҫтәмә аҡса бүлергә ҡарар итте. Төркиәгә бүленгән ярҙам 6 миллиард евроға барып баҫыуы ихтимал. Төркиә был аҡсаларҙы ҡасаҡ лагерҙарын төҙөкләндереүгә тотонорға һүҙ бирә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий