БМО-ның
аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы
(ФАО) Эфиопияға,
һуңғы 50 йыл эсендәге иң ҡаты ҡоролоҡ
килеүе арҡаһында, гуманитар һәләкәт
янауы хаҡында киҫәтә.
Эль-Ниньо
температура тирбәлеүе барлыҡҡа килтергән
оҙайлы ҡоролоҡ илдә аслыҡ тыуҙырған.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 10 миллиондан
ашыу кеше, халыҡтың 10 проценттан ашыуы,
аслыҡтан хәлһеҙләнә бара. 2015 йылдан
алып асығыусылар һаны өс тапҡырға
артҡан.
“Уңыштың
һәм малдың 50-90 проценты, ә көнсығыш яҡта
уларҙың тотош һәләк булыуы тураһында
мәғлүмәттәр килә,”-тип хәбәр итә ФАО
төркөмө башлығы Розанн Марчезих.
Март
башында АҠШ Эфиопияға ярҙам йөҙөнән
500 миллион доллар бүлгән. Эксперттарҙың
мәғлүмәттәре буйынса, яҡын айҙарҙа
ғына, илдә хәлде яйға һалыу өсөн, 260
миллиондан ашыу талап ителә.
Әлеге
мәлдә, аҙыҡ, һыу етмәү сәбәпле, мал күпләп
ҡырыла, ә был үҙ сиратында илдә иткә,
һөткә ҡытлыҡ тыуҙыра. Эсәр һыуҙың етмәүе
лә ҙур мәсьәлә: урындағы халыҡ һыуҙы
мал эскән, төрлө ауырыуҙар сығанағы
булған һыу ятҡылыҡтарынан алырға мәжбүр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий