Франция
төньяғындағы Дюнкерк порты янындағы
Басрош ҡасаҡтар лагеры бер нисә көндән
тарихта ғына ҡаласаҡ. Был палаткалы
лагерҙа бысраҡҡа, сүп-сарға күнегеп
бөткәндәр. Территорияның күрмәлекһеҙ
күренеше өсөн уны “оят һәм хурлыҡ
зонаһы”
тип
атай башлағандар. 3 мең самаһы кеше бында
ҡот осҡос шарттарҙа йәшәгән. Хәҙер
уларҙы БМО стандарттарына тап килгән
лагерға күсерәләр. Ул Гранд-Сент коммунаһы
тирәһендә урынлашҡан.
Кале
янындағы “джунгли” тулыһынса юҡ
ителмәгән. Бында Иран мигранттары
төркөмө, ауыҙҙарын тегеп, лагерҙы юҡ
итеүгә ҡаршы сыҡты. Уларҙың ҡулында
лозунгылар: “Ҡайҙа демократия?”, “Ҡайҙа
азатлыҡ?” Ҡаршы сығыусылар, мигранттарҙың
хоҡуҡтары боҙола, тип иҫәпләй. Әммә,
француз властары ҡарар иткәнсә, лагерҙы
һүтеү дауам итә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий