Британия фотографы Кристофер
Свен (Christopher Swann) һыу
аҫтындағы мауыҡтырғыс күренеште төшөрөп
алған: акула һәм дельфиндар скумбрия
өйөрөнә һунар итә.
Һыу аҫтындағы йән
эйәләре нисек ауға сыға, нисек үҙ-үҙен
һаҡларға тырыша- беҙ был турала
уйланмайбыҙ. Ә фотограф өсөн был сер
түгел, Атлантик океандағы Азор утрауҙары
янында дельфиндар һәм акулалаларҙың
һунарын ул үҙ күҙҙәре менән күргән.
Бөтөн бер йән эйәһе
шикелле маневр яһап, балыҡтар һыу өҫтөнә
күтәрелә, ә унда йәнә дошмандар һағалап
тора - уларға дауылғоштар ташлана.
Комментариев нет:
Отправить комментарий